8 сентября в республике пройдет день национального костюма admin 07.09.2023

8 сентября в республике пройдет день национального костюма

 2023 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостанда иң сағыу һәм матур байрамдарҙың береһе – республика биләмәһендә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың Милли кейеме көнө билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, байрам 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр апрелдең өсөнсө  һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү сараның төп идеяһы булып тора.

«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының ҡала һәм райондарҙағы автотранспорт предприятиелары коллективтары һәр йылдағыса Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнө сиктәрендә үтәсәк сараларға әүҙем ҡушыла. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Баймаҡ автотранспорт предприятиеһының берҙәм, күп милләтле коллективы ағзаларының сағыу милли кейемдәрҙә төшкән фотоһүрәттәрен тәҡдим итәбеҙ. Улар байрам идеяһын шатланып хупланы һәм Башҡортостан халыҡтарының йолаларын, мәҙәниәтен хөрмәләп, үҙ предприятиеһында «Милли кейемдәге фото» флешмобын ойошторҙо. Бының менән улар республикабыҙ халыҡтарының милли кейеменең үҙенсәлеген һәм матурлығын күрһәтте.

8 сентября 2023 года в Башкортостане отмечается один их самых ярких и красивых праздников – День национального костюма всех народов, проживающих на территории республики. Согласно Указу Главы Республики Башкортостан Радия Хабирова праздник проводится с 2020 года два раза в год: в третью пятницу апреля и вторую пятницу сентября. Основной идеей мероприятия является сохранение и развитие национальной культуры народов Республики Башкортостан. 

Дружные коллективы автотранспортных предприятий городов и районов ГУП «Башавтотранс» также присоединяться к флешмобу, который пройдет в рамках праздника Дня национального костюма народов Республики Башкортостан. Сегодня вам представим сплоченный, многонациональный коллектив Баймакского АТП. Они с радостью поддержали идею праздника и обратились к традициям, культуре народов Башкортостана, организовывая у себя на предприятии флешмоб  «Фото в национальных костюмах». Этим они показали яркость, самобытность, красоту национальной одежды народов нашей республики.